Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Гафурийский район Республики Башкортостан

Красноусол ауылындағы район мәҙәниәт йортонда оло сара үтте.

14.03.2019 10:51 — 10:52
8


Бөгөн "Йөрәк һүҙе" бәйгеһенең еңеүсеһе, шағирә, хажиә Зөлфиә Ханнанова менән осрашыу кисәһе булды. Кисәлә районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан "Ағинәйҙәр" ойошмаһының ҡатнашыусылары, райондың ғына ла түгел Учалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Ишимбай райондарынан да ҡунаҡтар булды.

Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы кисәне үҙ шиғырҙарын уҡып башлап ебәрҙе һәм барыһына ла килгәндәре өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Беҙ ҙә уға район Хакимиәте исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

  • Красноусол ауылындағы район мәҙәниәт йортонда оло сара үтте.